-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Төрле мәкаләләр
17 сентябрь 2020, 13:20

Суд ҡарары суд приставтары контроле аҫтында башҡарылды

Өфө районы суд приставтары гражданинға эш урынында тергеҙелеүҙә ярҙам итте. Өфө районың бер ауыл хужалығы предприятияһында генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ир-кеше эшенән бушатыла. Ул был факт менән ризалашмай, хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.

Өфө районы суд приставтары гражданинға эш урынында тергеҙелеүҙә ярҙам итте.
Өфө районың бер ауыл хужалығы предприятияһында генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ир-кеше эшенән бушатыла. Ул был факт менән ризалашмай, хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.
Суд уның талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм ойошма етәкселегенән хеҙмәткәрҙе бушатылған вазифаһында тергеҙеүҙе, ир-кешегә сараһыҙҙан барлыҡҡа килгән прогул ваҡыты өсөн эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсация – бөтәһе 1 млн һумдан ашыу аҡса түләүҙе талап итә.
Башҡарыу эше сиктәрендә суд приставы предпритияның етәкселегенә суд ҡарарына ярашлы ир-кешене вазифаһын тергеҙергә һәм тейешле түләүҙәрҙе башҡарырға тигән талап ҡуя. Шулай уҡ, был талаптар ваҡытында теүәл утәлмәгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһының енәйәт кодексының 315-се статьяһына ярашлы, ғәйепле кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы тураһында иҫкәртеү тапшырҙы.
Предприятияның вазифалы кешеләре суд пристав талаптары буйынса ир-кешене эш урынында тергеҙеү тураhында бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсацияны тулыhынса түләй.
Суд приставлары талаптары буйынса.
Читайте нас: