+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Төрле мәкаләләр
17 сентябрь 2020, 14:37

Түләнмәгән штраф проблемаларға килтерә

Суд приставтары ир-кешене административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һөҙөмтәһендә унан эскән килеш автомобиль менән идара иткәне өсөн бирелгән штрафын түләтте. Йәрмәкәй районы юлдарында бер ир-кеше эскән килеш автомобиль менән идара итеп тотола.

Суд приставтары ир-кешене административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һөҙөмтәһендә унан эскән килеш автомобиль менән идара иткәне өсөн бирелгән штрафын түләтте.
Йәрмәкәй районы юлдарында бер ир-кеше эскән килеш автомобиль менән идара итеп тотола. Быны медицина экспертизаһы ла дәлилләй. Һөҙөмтәлә, автомобилист суд тарафынан Рәсәй Федерацияһының Административ Кодексы 12.8-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса ғәйепле тип таныла һәм уға 30 мең һум күләмендә штраф һалына. Ләкин, ир-кеше был штрафты түләргә ашыҡмай.
Шуға күрә суд ҡарары мәжбүри башҡарыуға Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башкортостан буйынса идаралығына килә. Башҡарма эше ҡуҙғатылып, барлыҡ мәжбүри саралар күрелгәндән һуң да, штраф түләнмәгәс, Йәрмәкәй районы суд-приставтары бурыслыны мәжбүри рәүештә бүлексәгә килтереп, уға ҡарата Рәсәй Федерацияһының Административ Кодексы 20.25-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы административ протокол төҙөй. Суд ир-кешене ғәйепле тип таный һәм уға яза булараҡ 40 сәғәт мотлаҡ эш бирә.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, бурыслыға етерлек йоғонто яһай күрәһең, сөнки ул 30 мең һум күләмендәге штрафын тулыһынса түләй. Хәҙер иһә ир-кеше суд приставтары күҙәтеүендә, суд биргән яңы язаны – 40 сәғәт мотлаҡ эш башҡарырға тейеш.
Фото интернеттан алынган.
Читайте нас: