-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
25 сентябрь 2019, 11:13

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Өфөлә Башҡортостан йүнселдәренә бушлай консультация үткәреү дауам итә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Өфөлә Башҡортостан йүнселдәренә бушлай консультация үткәреү дауам итә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Өфөлә Башҡортостан йүнселдәренә бушлай консультация үткәреү дауам итә.
Был эште республиканың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы алып бара.
Төбәгебеҙҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыныуы арҡаһында йәмғиәттә үҙ кәсебен асырға йә башлағанын киңерәк йәйелдерергә теләгәндәр арта. Уларға мәғлүмәти яҡтан, документтар менән ярҙам итеүгә айырыуса ныҡлы иғтибар бүленә. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәүҙән үк билдәләгән йүнәлеше нигеҙендә Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы социаль эшҡыуарлыҡ үҫешенә аныҡ этәргес бирҙе.
Билдәле булыуынса, унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бөтөн субъекттарына ярҙам күрһәтелә, комплекслы хеҙмәтләндереү алып барыла. Радий Фәрит улы сығыштарында билдәләгәнсә, “Минең бизнес”тың эшен камиллаштырыу, программа тәьминәте һ.б. өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленә. Ошондай үҙәктәрҙе башҡа урындарҙа ла асыу планлаштырыла.
Бынан тыш, монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу маҡсатында быйыл 43,27 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған, милли проектты дөйөм тормошҡа ашырыу ваҡытына – 2024 йылға тиклем – был сумма 161,4 миллион һумға етәсәк. Республика Башлығы үҙ сығыштарында билдәләүенсә, был ғәмәл муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡҡа гранттар биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Өҫтәүенә быйыл коворкинг-үҙәктәр булдырыу, Бизнес-навигаторҙы тулыландырыу өсөн төбәк бюджетынан моноҡалаларға 8,8 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленде.
Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ошо йәһәттән Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Әлбиттә, өлгәшкәндәр менән ҡәнәғәт булып ҡалырға ярамай, үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү мөһим тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Башлығы.
Эшҡыуарҙарға бушлай консультация биреү – ошо маҡсаттың һөҙөмтәле өлөшө. Алда әйтелгәнсә, был ярҙам күптән теркәлгән йүнселдәргә генә түгел, үҙ кәсебен йәйелдерергә теләгәндәргә лә күрһәтелә.
“Сара барышында һәр кем төрлө һорау буйынса эксперттар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, аныҡ кәңәш алыу мөмкинлегенә эйә. Консультацияларҙы юғары квалификациялы, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларында эш тәжрибәһе булған белгестәр үткәрә”, – ти Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры, Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова.
Киләһе аҙна бындай консультациялар 7, 21, 28 октябрҙә үткәрелә.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
#нацпроекты
Д. ИШМОРАТОВА.
Фото: pravitelstvorb.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/eksperttar-y-k-shen-tayanyp-/
Читайте нас: