+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
10 гыйнвар 2020, 11:58

45 төбәк субсидия аласаҡ

Балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу, уларҙы үҫтерергә булышлыҡ итеү үҙәктәрен булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленәсәк. Алдағы өс йылда бындай ярҙамды Рәсәйҙең 45 төбәге аласаҡ.2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Һәр баланың уңышы» тигән федераль проект ҡабул ителде. Был документ 2024 йылға тиклем Рәсәйҙең 85 төбәгендә балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу үҙәктәре булдырыуҙы күҙ уңында тота. 2019 йылда бындай үҙәктәрҙе асыуға 16 субъект ярҙам алды. Шулар араһында беҙҙең Башҡортостан да бар. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2020 йылда – 11, 2021 йылда – 17, 2022 йылда 17 төбәк субсидиялар аласаҡ.Хәҙерге мәлдә Рәсәйҙең 48 төбәгендә үҙәктәр булдырылған да инде. Шуларҙың 21-е фән, спорт, сәнғәт йүнәлештәрендә эш алып бара.Автор: Гөлназ ШәйхетдиноваЧыганак: https://yanshishma.rbsmi.ru/news/45-t-b-k-subsidiya-alasa-68525/#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу, уларҙы үҫтерергә булышлыҡ итеү үҙәктәрен булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленәсәк. Алдағы өс йылда бындай ярҙамды Рәсәйҙең 45 төбәге аласаҡ.
2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Һәр баланың уңышы» тигән федераль проект ҡабул ителде. Был документ 2024 йылға тиклем Рәсәйҙең 85 төбәгендә балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу үҙәктәре булдырыуҙы күҙ уңында тота. 2019 йылда бындай үҙәктәрҙе асыуға 16 субъект ярҙам алды. Шулар араһында беҙҙең Башҡортостан да бар. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2020 йылда – 11, 2021 йылда – 17, 2022 йылда 17 төбәк субсидиялар аласаҡ.
Хәҙерге мәлдә Рәсәйҙең 48 төбәгендә үҙәктәр булдырылған да инде. Шуларҙың 21-е фән, спорт, сәнғәт йүнәлештәрендә эш алып бара.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Чыганак: https://yanshishma.rbsmi.ru/news/45-t-b-k-subsidiya-alasa-68525/
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: